Йылға туризмы рәсми рәүештә асылды тип әйтергә мөмкин

Байрам көндәрендә Башҡортостан йылғаларына туристар ағымы артыуы күҙәтелде. Һәр ваҡыттағыса һыу буйлап сәйәхәт итергә яратыусылар Еҙемгә юлланды. Һалда йөҙөүселәргә хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова ла ҡушылды.

Йылға буйлап ағып төшөүгә туристар өс көн сарыф итәсәк. Сәйәхәт хәүефһеҙ үтһен һәм һаулыҡҡа зыян килмәһен өсөн туристар үҙҙәре менән аптечка ла алған. Бөтәһе лә ҡотҡарыу жилеттарында, каскаларҙа һәм резина итектәрҙә. Йөҙөү сараларын ремонтолау өсөн ҡорамалдар,йылы кейем-һалым да хәстәрләнгән. Ташҡын һыу бәләкәй генә хатаны ла ғәфү итмәй, шуға ла катамарандарға саманан тыш артыҡ тын тултырылмай.

Сәйәхәтселәр Еҙем йылғаһы ярындағы Толпар ауылынан ҡуҙғала. Турист төркөмдәренең әле береһе, әле икенсеһе йылға буйлап ағып төшә. Был төркөм туристар ут күршебеҙ Татарстандан. Гөлназ Мортазина хозур тәбиғәт ҡосағында үтәсәк ҡыҙыҡлы сәйәхәткә онотолмаҫ тәьҫораттар артынан килгән.

Еҙем йылғаһы Ғафури районында урынлашҡан тәбиғәт паркының бер өлөшө. Һалда ағыусыларҙы ҡабатланмаҫ пейзаждар, таулы рельефтар менән бергә, маршруттың уңайлылығы һәм төпкөлгә транспортта килеп етеү мөмкинлеге лә йәлеп итә.

Быйылдан Еҙем тәбиғәт паркында ял итеүселәр өсөн 200 һум күләмендә туристик иғәнә билдәләнгән. Уны түләгәндәр айырыуса һаҡланған биләмәлә теләгәнсә ял итә ала. Ҡағиҙәне инҡар итеүселәргә парктан сыҡҡанда 4000 һум штраф ҡаралған.

Республикала һыу туризмы рәсми рәүештә асылды тип әйтергә мөмкин. Бөгөн Еҙем йылғаһында сәйәхәт итеүсе туристар һаны 500-ҙән ашты тип белдерә Еҙем тәбиғәт паркы инспекторҙары. Тимәк ,бөтәһе лә алда, көндәр йылыныу менән туристар ағымы икеләтә артыр тип көтөлә.

Тау йылғаһы Еҙем буйлап 100 -ләгән мәмерйәгә юлығырға мөмкин. Улар араһында Көньяҡ Уралда иң билдәлеһе Киндерле мәмерйәһе. Парк биләмәләренең 90 проценты йәшел урмандарҙан тора. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә , яр буйҙарында янған ағастарға ла тап булаһың. Ылыҫлы урман янғындарына страт барышында һауаға ракета осороусы туристар сәбәпсе.

Тәбиғәт парктарында ял итеүселәргә иң төп шарт-тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәү. Шуға ла усаҡты махсус урында ғына яғырға рәхсәт ителә. Йылғаны автотранспортта кисеү бөтөнләй тыйылған. Әммә тәртип боҙоусыларҙың бөтәһен дә туҡтатып яуапҡа тарттырып өлгөрөү мөмкин дә түгел, сөнки 37 мең гектарҙа ни бары 6 хеҙмәткәр эшләй.

Яр буйлап һыуҙың мертҙан ашыу ҡайтҡанын күҙәтергә мөмкин. Май аҙаҡтарына йылғала һыу тағы ла кәмей төшәсәк. Шуға ла әле йылғаларҙан ағып төшөү өсөн иң уңайлы мәл. Тормош мәшәҡәттәренән арынып, хозур тәбиғәт ҡосағында, һыу буйында үткәргән көндәр һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир иткәнен ял итеүселәр үҙҙәре лә билдәләй.

Фото №1 - Йылға туризмы рәсми рәүештә асылды тип әйтергә мөмкин

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ