Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Рөстәм Сиразетдинов Рус география йәмғиәте ойошторған Рәсәй -2021 экспедицияһында ҡатнашыуын дауам итә. Сәйәхәтселәр инде алтмыш көн юлда.
Бөгөнгә улар илебеҙҙең көнбайыш сиктәре буйлап 3 мең ярым километрҙан ашыу юл үткән. Еңеү көнөн экспедиция Санкт-Петербургта ҡаршылаясаҡ. Июнь башына төньяҡ портҡа барып етеү ҡарала. Һуңынан экспедиция ағзалары велосипедтарынан Рәсәй боҙватҡысына күсеп, Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап Владивостокҡа табан йүнәләсәк.




