Мәләүез районында һарыҡтарҙы айыу көтә

Мәләүез районында айыу ҡарауһыҙ йөрөгән һарыҡтарҙы Һәргәй ауылына тиклем ҡыуып килтергән.

Зыян күреүселәр юҡ. Башҡортостан милли паркынан хәбәр итеүҙәренсә, Һәргәй – Мәләүез районында малдар ҡарауһыҙ йөрөгән берҙән-бер ауыл. Халыҡ мал ҡырҙа мотлаҡ уларҙың хужалары йәки махсус ялланған көтөүселәр ҡарамағында йөрөргә тейешлеге хаҡындағы республика законын инҡар итә.

Күҙалланыуынса, айыуға яҡынса өс йәш. Тайыштабан аҙыҡты кеше йәшәгән урында түгел, ә урман эсендә табырға тейеш, әммә халыҡтың мәсьәләгә битараф булыуы унда насар ғәҙәт барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булыуы ихтимал.

Фото №1 - Мәләүез районында һарыҡтарҙы айыу көтә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ