Варшавала Наталья Садовская менән финал осрашыуы Башҡортостан шашкасыһының еңеүе менән тамамланды. Польшалағы уйын Рәсәй флагы менән бәйле күңелһеҙ ваҡиғанан башланып киткәйне.
Турнирҙы ойоштороусылар психологик баҫым яһауына ҡарамаҫтан, Тамара Танһыҡҡужина дәғүәсеһенән көслөрәк һәм аҡыллыраҡ булыуын иҫбатланы.
Тамара Танһыҡужина Ишембай шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Уйынсы булараҡ, ул Башҡортостанда ҡанат нығыта. Еңеүе менән дә уны тәүгеләрҙән булып үҙе уҡыған йылдарҙа Ишембайҙағы Зәки Вәлиди исемендәге республика 2-се гимназия-интернатынан уҡытыусылары тәбрикләгән.
Рафиҡ Әхмәтшин




