Кушнаренко районында сәнәғәт кимәлендә киндер үҫтерергә тотонмаҡсылар

Яңы культураға майҙандар һайланған арала ауыл хужалығы эшсәндәре 46 мең гектар баҫыуҙа ярауайҙар сәсергә тейеш. Игенселәрҙең яҙғы баҫыу эштәре хаҡында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Игенселәр борсаҡ сәсеүгә алдан әҙерләнгән. Был орлоҡтарҙа фунгициттарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы торорлоҡ көс бар. Сөнки улар өс төрлө препарат менән эшкәртелгән. 4 тонна юғары сифатлы борсаҡ орлоғо 12 мең гектар майҙанға етәсәк.

Кушнаренко районында сәсеүгә старт ярауайҙарҙы бураҙналарға һалыуҙан башланған. Башта борсаҡ культураһы сәселә, шул уҡ ваҡытта башҡа баҫыуҙарҙа иген, һоло, ә техник культураларҙан көнбағыш һәм сөгөлдөр ҙә ултыртыласаҡ. Әлеге мәлгә планлаштырылған майҙандарҙың 22 проценты сәселгән. Һауа шаттары ҡоро торғанда, сәсеүҙе 9 майға тамамлау иҫәптәре.

Сәсеүҙә өс сорт бойҙай ҡулланыла. Улар араһында иң отошлоһо мыйыҡлы аҡсай-55 һәм аҡсай-7 cорттары. Был сорттар йығылмай мыйыҡтарға йәбешеп үҫә һәм уңыш йыйғанда юғалтыу ҙа түбән. Гектарынан кәмендә 3 центнер уңыш алырға мөмкин, ти белгестәр.

Район баҫыуҙарының шаҡтай өлөшө үткән йылдағы кеүек рапс менән етенгә бүленәсәк. Ә киндер иһә өр - яңы культура. Уны үҫтереү тәжрибәһе лә булған. Онотолған эште инвесторҙар яңынан тергеҙергә ҡарар иткән. Район биләмәһендә киндерҙе эшкәртеү өсөн завод төҙөү ҙә күҙаллана.

Үҫемселек тармағы менән шөғөлләнеүселәр быйыл да үткән йылдағы кеүек мул уңыш алырға иҫәп тота. Бының өсөн ҡышҡыһын ҡар күп яуған һәм баҫыуҙарҙа етәрлек күләмдә дым тупланған

Быйыл республика баҫыуҙарында ярауайҙарҙы ике миллион гектар майҙанда сәсеү ҡаралған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостан ҡырҙарында планға индерелгән майҙанандарҙың 295 мең гектарына орлоҡтар сәселгән. Әммә был һандар сәғәт һайын артып тора, сөнки баҫыуҙарҙа уңған игенселәр ал-ял белмәй ҡеүәтле сәсеү комплекстарында хеҙмәт вахтаһында тора.

Фото №1 - Кушнаренко районында сәнәғәт кимәлендә киндер үҫтерергә тотонмаҡсылар

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ