Бөгөн Бөрө ҡалаһы янында йылға-диңгеҙ тибындағы «Русь великая» круиз теплоходы туҡтаны. Өс палубалы ҙур йылға судноһының беҙҙең йылғаларға быға тиклем ингәне юҡ ине.
Туристар Бөрө ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән танышты, артабан улар Арҡайымға юлланасаҡ, ә уға тиклем иртәгә иртән Өфөлә буласаҡтар. Мәскәүҙән килеүсе сәйәхәтселәрҙе БЮТ каналының ижади төркөмө ҡаршы алды, хәбәрсе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.
«Русь великая» круиз теплоходынан төшөүсе туристарҙы Бөрө ҡалаһы халҡы милли кейемдәрҙә, дәртле бейеү көйҙәре менән ҡаршы алды. Ағиҙел яры буйында оҫталар ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторҙо.
Өс палубалы теплоходта 128 турист Мәскәүҙән килә. Йылға карабы Ярославль – Түбәнге Новгород, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа туҡтаған. Ә Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Туристар ҡаланың тарихи урындарын ҡараны. Шулай уҡ круизды ойоштороусылар сәйәхәтселәргә юлламаларға ҡушып Арҡайымға сәфәр бүләк иткән.
«Йылға- диңгеҙ» тибындағы теплоход 2013 йылда төҙөлгән. Заманса механика һәм ҡорамалдар менән йыһазланған, навигация системаһы, янғын хәүефһеҙлеге- бөтәһе лә пассажирҙарҙы хәүеф хәтәрһеҙ йөрөтөү өсөн эшләнгән. Каюталар, палубаларҙа быйыл ремонт яһалған.
Ағиҙел йылдан-йыл һайыға һәм бындай ҙур теплоходтар, ғәҙәттә, инә алмай. Май айында һыу кимәле юғары булғанда киләсәктә лә һыу юлы турист маршруттарына Башҡортостанды индереү күҙаллана. Әлбиттә, бының өсөн тәбиғи шарттарҙан тыш инфраструктура талап ителә, мәҫәлән, причалдар кәрәк.
Теплоход йылғаның урта тирәһендә туҡтаны һәм туристарҙы ярға паромда алып сығыу ойошторолдо. Һыу транспортының был төрөндә лә ял итеүселәр өсөн байрам кәйефе булдырылды.
Һыу судноһы кирегә икенсе маршрут буйлап йөҙә һәм илдең баш ҡалаһына 12 майҙа ҡайтып етә.
Рәмилә Исмәғилева






