Башҡортостан эшҡыуарҙары Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре менән бәйләнеш нығыта

Фарсы ҡултығы ярҙарына республика йүнселдәренең иҡтисади миссияһы тамамланды. Сәфәр Башҡортостан сауҙа сәнәғәт палатаһы ағзаһы Клара Сабирйәнова башланғысы менән ойошторолдо.

Республика эшҡыуарҙарының Шардж әмирлегенең иң юғары даирәләрендә ҡабул ителде. Уларға бизнес проекттары менән таныштырыу, Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыныусы ғәрәп йүнселдәре менән осрашыу мөмкинлеге бирелде.

«Шамаил оҫтаһы Лира Сөләймән Ғәрәп әмирлектәрендә ижади эштәрен тәҡдим итте. Заманса сәнғәт галереяһында уҙған осрашыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан рәссамы ғәрәп мәсеттәрен биҙәү тәҡдимен алды. Фәтиха сүрәһен һүрәтләгән шамаил ғәрәптәрҙең күңелен яуланы», – ти эшлекле ханым.

Фото №1 - Башҡортостан эшҡыуарҙары Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре менән бәйләнеш нығыта

Рафҡи Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ