Район үҙәгендә Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған спорт саралары ойошторолдо. Мәктәп балалары һәм уҡытыусылар коллективтары еңел атлетика буйынса эстафетала йүгерҙе.
Ярыштар район үҙәгенең Елена Иглина исемендәге паркында уҙҙы. Унда ҡатнашырға тип Иглиндең биш һәм Дорогин ауылының бер мәктәбенән 350 уҡыусы йыйылды. Ике километрға эстафета ярышында Иглиндың 5-се мәктәбе уҡыусылары еңеү яуланы, ә бына педагогтар араһында педьесталдың иң бейек баҫҡысына 4-се мәктәп коллективы күтәрелде. Шулай ҙа иң мөһиме ҡатнашыу , ти балалар.
Айнур Кәбиров






