Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуға бәйле 94 яңы осраҡ асыҡланған

Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуға бәйле 94 яңы осраҡ асыҡланған.

Пандемия башланған осорҙан төбәктә яңы инфекция йоҡтороусылар 35 мең 857 кешегә етте. Бөгөн стационарҙарҙа 160 кеше дауалана, ауыр хәлдәге 21 пациенттың икәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Тағы ла 1 876 кеше сиргә ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә коронавирустан 126, пандемия бпашланған мәлдән 33 мең 358 кеше һауыҡҡан. Бер көн эсендә мәкерле диагноз ике кеше ғүмерен өҙгән.

Фото №1 - Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуға бәйле 94 яңы осраҡ асыҡланған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ