Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Алексей Ткачев һуғышта күп тапҡыр «тел» алып ҡайтҡан. Разведчик бер нисә тапҡыр яраланған. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтҡан һалдаттың хәрби юлы тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ғүмер буйы ул ошо маҡсат менән йәшәгән. Хатта хәрби вузға инеү өсөн йәшен әҙәйтеп күрһәткән. Йөҙ йәше рәсми документында яңыраҡ тулһа, ысынында ул инде бер быуаттан ашыу ғүмер итә. Фронтҡа маршал Ворошиловҡа яҙған хаты ярҙамында алына. Һуғыш сыҡҡанда эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәттә булған. Илгә дошман килгәндә тылда ҡала алмауы тураһында иптәштәре менән хат ебәргәндәр. Сентябрь айында ул Сталинград эргәһендәге һуғышта ҡатнаша һәм тәүге тапҡыр яралана.
Ветеран Одесса, Көнбайыш Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Белгород янында разведкала уға тағы дошман йәҙрәһе эләгә. Ут аҫтында шыуышып бара, әммә «тел»де ысҡындырмай батареяға тиклем ҡайтып етә.
Өсөнсә яраланыуҙан һуң ул хәрби-ялан госпиталендә дауалана. Фронтҡа атлыҡһа ла уны Өфө пехота училищеһына уҡыуға ебәрәләр. Уҡыуын тамамлағандан һуң взвод командиры вазифаһында хеҙмәт итә.
1956 йылда Бөрөгә ҡайтып төҙөлөштә эшләй башлай. Ғүмере буйы ошо һөнәренә тоғро ҡала. Биш балаһы, 17 ейән- бүләләре бар. Әле ветеран ҡыҙы менән йәшәй һәм туғыҙынсы май байрамын һәр йылдағыса тулҡынланып көтә.
Рәмилә Исмәғилева






