Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-мәғрифәт проекты сиктәрендә ырыуҙар йыйыны дауам итә. Йыл башынан республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә көн иткән тиҫтәнән ашыу ырыу вариҫтары оло ҡор йыйҙы.
Туймазы ҡалаһында Ыҡ буйы башҡорттары осрашты. Сара сиктәрендә шулай уҡ Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһы алдында Рәсәй Геройы, данлыҡлы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст асылды.
112-се легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемен мәңгеләштереү районда мөһим бурыстарҙың береһе иҫәбендә. «Туймазытехуглерод» акционерҙар йәмғиәте ярҙамында мәктәптә дивизия музейы булдырылған, Шайморатовсылар вариҫтары һәм ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эш алып бара.
Туймазы ҡалаһында Ыҡ йылғаһы буйын төйәк иткән ете ырыу вариҫтары оло ҡор йыйҙы. Шуныһы үҙенсәлекле, төбәктәге бер ауыл эсендә бер-нисә ырыу вәкилдәре көн итә. Улар барыһы ла үҙ тарихын белә һәм быуындан-быуынға тапшыра килә.
Тарихсылар билдәләүенсә, Ыҡ буйы башҡорт ырыуҙары ниндәйҙер уйлап сығарылған термин түгел. Был -тарихи факт. Заманында, 15-16 быуаттарҙа улар Башҡортостандың көнсығыш райондарынан ошо ерҙәргә күсеп ултыра. Шуға күрә урындағы топонимияла көнсығыш башҡорт ырыуҙарының атамалары йыш осрай.
Ыҡ буйын төрлө ырыу вәкилдәре төйәк итеп, үҙ кейем өлгөләрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап килһәләр ҙә, оҙайлы йылдар дауамында тап ошо төбәк өсөн генә хас булған милли биҙәк төрҙәре, кейем элементтары формалаша.
Республиканың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вариҫтары шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, ғалим-тарихсылар менән берлектә «Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтен үҫтереү перспективалары» темаһына эшлекле һөйләшеү үткәрҙе. Унда төбәк халҡын борсоған мөһим мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары барланды.
Гөлдәр Сафина






