Был нигеҙһеҙ түгел. «Этьен» ҡушаматы аҫтында эшләгән легендар разведчиктың биографияһында Башҡортостан менән бәйле биттәр ҙә бар. Уның сәйәси эшмәкәрлегенә нигеҙ тап Өфөлә һалына. Мемориаль таҡтаташты асыу тантанаһыда Радий Хәбиров белдереүенсә, Лев Маневич һымаҡ шәхестәр хаҡында һәр ваҡыт һөйләргә кәрәк, улар йәш быуын өсөн илһөйәрлек, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Еңеү байрамы алдынан ойошторолған иҫтәлекле ваҡиға хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Мемориаль таҡтаташ Лев Маневич хаҡында башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған биографик мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. Легендар разведчик, Советтар Союзы Геройы, полковник. Был һүҙҙәр артында тотош ил тарихы, халыҡ яҙмышы ята. Белорусияла тыуған, Азербайжанда үҫкән, Женевала белем алған Лев Маневич Ҡыҙыл армия составында Граждандар һуғышында ҡатнаша, ә һуңынан, разведкала хеҙмәт итә башлағансы, илдең төрлө төбәктәрендә партия эше менән шөғөлләнә. Был исемлектә Өфө ҡалаһы ла бар.
Советтар Союзы Геройы, полковник Лев Маневичҡа Өфөлә һәйкәл асылыуы осраҡлы түгел. «Этьен» агентура ҡушаматы аҫтында эшләгән легендар разведчиктың бер йылдан ашыу ғүмере Башҡортостан менән бәйле. Ул Өфө тимер юл станцияһында район сәйәсәт бүлеген етәкләй. Үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен, тормош иптәшен дә ошонда осрата.
Лев Маневич тап Өфөнән һуң разведкала эш башлай. Уға оҙаҡ йылдар сит илдәрҙә йәшәргә һәм тыуған иле өсөн мөһим документтар табырға тура килә. Уның эшмкәрлеге беҙгә «Земля до востребования» романы һәм фильмы аша яҡшы таныш. Республика башлығы әйтеүенсә, данлыҡлы разведчиктың яҙмышы Башҡортостан менән бәйле булыуы оло ғорурлыҡ.
Лев Маневичтың тормош һәм хеҙмәт юлы тыуға илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Ул Италияла разведка эшен алып барғанда күрше дәүләттәрҙең етәкселәре менән бәйләнештәр булдырып мөһим техник докуменнтар таба, был мәғлүмәттәр Бөйөк ватан һуғышында еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Разведчикты төрмәнән 1945 йылда америка хәрбиҙәре ҡотҡара, әммә Лев Маневич күп тә үтмәй туберкулез сиренән мәрхүм була. Тәүҙә ул сит фамилия аҫтында ята, 20 йылдан һуң ғына геройҙы күсереп үҙ исем-шәрифе менән ерләйҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Именлек хеҙмәте полковнигы Кәшшәф Сәмиғуллин әйтеүенсә, разведчиктар һынауҙар алдында бирешмәй. Ул үҙе яраланһа ла фронт һыҙығында ҡала. Ә һуғышҡа ул бер йәш өҫтәп яҙҙырып 17 йәштә генә китә. Һалдатты үлемдән комсомол билеты һаҡлап ҡала.
Ветеран әйтеүенсә, тимер юл станцияһы бар яугирҙәр өсөн тарихи урын. Һалдаттар тейәлгән эшелондар фронтҡа тап ошонан ҡуҙғала. Бөгөн иһә был майҙанда яу ҡырына юллланыусылар хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған. Тантанала ҡатнашыусылар төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлеген һәм ҡаһарманлығын сағылдырған комплексҡа сәскәләр ҙә һалды.
Рәмзиә Кәримова






