Тымыҡ океан флотында торпедасы булып хеҙмәт иткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үҙ үткән яу юлдарын әле лә яҡшы хәтерләй. Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылы уҙаманына совет хәрби караптарын оҙатып йөрөргә һәм диңгеҙ хәрби авиацияһы хәүефһеҙлеген дә тәьмин итергә тура килә. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Наҙ һәм мөхәббәткә сорналған был шиғри юлдар хәләле Хәтимәгә арнала. Улар 67 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Шиғырҙарҙы атыш тауыштары тынғас, донъялар һилләнгәс яҙа башлай. Бомбалар ярылғанда, миналар шартлағанда шиғыр ҡайғыһы булмай. Нәзип Хәмәҙиәр улы 1944-cе йылдан Алыҫ Көнсығышта торпеда тоҫҡаусы булып ил һағында тора.
Мин торпеда катерында хеҙмәт иттем. Хәрби карапта һәм граждандар ташыған судноларҙы япондарҙың һөжүменән һаҡланым. Һуғыш барғанда ике тапҡыр Америкала булдым. 45-тең апрелендә торпедо тоҫҡаусы булып Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт иттем.
Хәрби батырлығы, Японияны еңгән өсөн миҙалдары, генералиссимус Сталиндан япондар менән алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн рәхмәт хаты. Еңеү байрамын ҡаршылағандан һуң тағы ла биш йыл дауамында ил алдында хәрби бурысын үтәй. Нәзип Хисмәтуллин 1950-cе йылда ғына демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайтып кохозда эш башлай һәм үҙенең яҙмышын да осрата.
Хәтимәгә ауылдан ҡалаға күсеп йәшәйек тинем. Октябрьскийҙа мин бураулаусыға уҡып сығып эш башланым.
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының хәләле тыл хеҙмәткәре. Ауыр һуғыш йылдарында колхозда тир түгә. Ә тыныс ваҡытта нефть эшкәртеү заводында эшләй һәм ҡара алтынды эҙләп әллә күпме ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүгә көс һала.
Башта топорграфия отрядында һуңынан сейсмостанцияла эшләнем. Приборҙар ярҙамында ерҙең төҙөлөшөн өйрәндек, тормош иптәшем быраулаусы булып эшләне.
Улар бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлап тора. Өйҙә лә , эштә лә бергә булғандар. Ирле-ҡатынлы Хисмәтуллиндар иңдәрендә тыныс һәм хәрби хеҙмәттә яулаған батырлыҡтар. Яҙмыштарында иң мөһим байлыҡтары -ғәзиз балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре. Оҙон ғүмерле булыуҙың сере лә бик ябай, ти ветерандар.
Өс ҡыҙ тәрбиәләп оло тормош юлына сығарыусы өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәрен ҙур илебеҙҙә бәхетле һәм яҡлаулы тоя. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе лә улар татыу ғаиләһе менән бергә ҡаршылаясаҡ.
Гүзәл Борханова






