Фронтовиктарға шәхси Еңеү Парады

Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тәбрикләү саралары башланды. Яугирҙәр йәшәгән йорт алдында хәрби сафтар үтә һәм концерт номерҙары күрһәтелә. Еңеү яҙын яҡынайтыусылар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы ҡәһәрле һуғыштың иң алғы һыҙығында көрәшә. Был хаҡта ул үҙе ижад иткән Сталинград исемле шиғыр юлдарын яттан һөйләне.

Дүртөйлөнән Өфөгә тиклем 50 ҡыҙ теплоходта килеп еттек, тип хәтерләй һуғыш ветераны. Баш ҡаланан комсомолдар эшелоны аяуһыҙ көрәш барған Сталинград фронтына ебәрелә. Дошман бер туҡтауһыҙ ҡалаға бомба ташлай, ҡурғаулау позицияларҙы емерергә маташа. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы тиҙ арала элемтәсе һөнәрен үҙләштереп ала. Подразделениелар араһындағы элемтәне булдырыу, кабелдәрҙең өҙөләгән осрағында уларҙы тиҙ арала йүнәтеү. Был еңел булмаған бурыс йәш ҡыҙҙың иңенә төшә.

Шаҡша биҫтәһендә 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын тәбрикләнеләр. Яугир йәшәгән йорт алдында байрам концерты һәм парад ойошторолдо. Берлинға тиклем еткән Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Еңеү тураһындағы хәбәрҙе ишетеүен әле лә яҡшы хәтерләй.

Ҡаланың үҙәк урамдары урынына күп ҡатлы йорт ихатаһы. Тап бында иртәнән алып Өфөнөң 41-се мәкәбе кадеттары һәм йәш армеецтар сафҡа теҙелгән. Барыһы ла һуғыш ветераны Хәмзә Сәйет улын ҡотлау сараһына йыйылған.

Яралар ҡанлы осорҙо оноторға бирмәй. 95-кә етеп килгән Хәмзә Йыһаншин 1944 йылда НКВД ғәскәренә саҡыртыла. Һуғыш тамаланыр алдында, ләкин беҙҙең герой өсөн ул яңы ғына башлана. Хәмзә Сәйет улы 7 йыл Көнбайыш Украинала бандеровсылар менән көрәшә. Демобилизациянан һуң да тыныс тормош өсөн көрәшеүен дауам итә. Ҡазан юридик мәктәбен тамалағандан һуң, оҙаҡ йылдар судья булып эшләй. 10 йыл прокуратура тармағында, аҙаҡ адвокаттар коллегияһы рәйесе лә була.

Быйыл «Үлемһеҙ полк» сафы онлайн форматта ғына уҙасаҡ. Шулай булыуға ҡарамҫтан, йорт алдындағы парадҡа ветерандарҙың фотоһүрәттәрен тотҡан кешеләрҙе лә күрергә мөмкин.

Концерт номерҙарҙары менән шәхси Еңеү Парады тәүге тапҡыр былтыр үткәрелә башланғайны. Был пандемия сәбәпле Өфөнөң төп майҙанында күләмле сараларҙың кисектерелеп тороуына бәйле булды. Быйыл иһә 9 майҙа хәрби техника күргәҙмәһе, тантаналы йөрөш һәм байрам концерты көтөлә.

Һуғышта ҡатнашыусы иң йәш һалдат та инде күптән 90-ды үткәндә ветерандар йәшәгән йорт алдында парад ойоштороу яҡшы йолаға әйләнде.

Фото №1 - Фронтовиктарға шәхси Еңеү Парады

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ