15 апрелдән 6 майға тиклем республика урман фонды биләмәһендә 46 урман янғыны теркәлгән

Ут битарафлыҡты ғәфү итмәй. 15 апрелдән 6 майға тиклем республика урман фонды биләмәһендә 46 урман янғыны теркәлгән. Унда 195 гектарҙан ашыу майҙан зыян күргән. 21 осраҡта ут сығыуға ял итеүселәрҙең усаҡ яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе, урманда усаҡты һүндермәй китеүе, сүп-сар яғыуы сәбәпсе булған.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 6 урында – Белорет, Учалы, Өфө, Балаҡатай, Баймаҡ урман хужалыҡтарында урман янғыны теркәлгән. Зыян күргән майҙан күләме 44 гектарҙан ашыу. Шулай уҡ Хәйбулла районы 1-се Мырҙа ауылы эргәһендә лә янғын сыҡты. Урындағы вайымһыҙ кешенең сүп-сар яғыуы һөҙөмтәһендә ялҡын телдәре 30 гектарға яҡын майҙанға тарала. Утҡа ҡаршы көрәшкә 15 берәмек техника һәм 46 кеше йәлеп ителә. Берлектәге көс менән янғын кискә ҡарай ғына һүндерелә.

Тәбиғәттте һаҡлау маҡсатында Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡты урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Әгәр ҙә урман янғындарын асыҡлаған осраҡта, 8 (800) 100-94-00 йәки 8 (347) 218-14-14 телефондары буйынса шылтырытыу һорала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сүп-сар яндырған һәм урман янындағы участкаларҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоусыларҙы закон буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

Фото №1 - 15 апрелдән 6 майға тиклем республика урман фонды биләмәһендә 46 урман янғыны теркәлгән
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ