Туймазы футболсылары тарих яҙа

Рәсәй беренселегенең өсөнсө дивизионында сығыш яһаусы «Спартак-2» клубы яңы миҙгелде уңышлы башланы.

Ике уйында 6 мәрәй туплап яҡташтарыбыҙ турнир таблицаһының беренсе урынын биләй. Һуңғы турҙа ҡыҙыллы-аҡлылар Пермьдең «Прикамье» командаһын ҡабул итте. Осрашыуҙың яҙмышы беренсе таймда уҡ хәл ителде. Туймазылар индергән өс тупҡа дәғүәселәр бер тапҡыр ҙа яуап ҡайтара алманы.

Шулай итеп, Наил Хәбибуллин тәрбиәләнеүселәре 3-0 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе турҙы Башҡортостан командаһы 8-се майҙа Түбәнге Тагил ҡалаһында үткәрә. Ә 15 майҙа Туймазыға Әшәнең «Металлург» командаһы килә.

«Спартак-2» клубының уңыштары бының менән генә сикләнмәй. Бер нисә көн элек улар Башҡортостандың супер кубогын да яуланы. Финалда Туймазылар Октябрскийҙың «Девон» командаһын 3-0 иҫәбенә еңде. Хужаларҙан ике тупты Камерун легионеры П-Ачо һәм капитан Дмитрий Мысяков индерҙе. Ҡыҙыллы-аҡлылар үҙ тарихында беренсе тапҡыр суперкубокка эйә булды.

Фото №1 - Туймазы футболсылары тарих яҙа
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ