Райондың Ҡужан ауылы эргәһендәге асыҡ яланда традицион уҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарылды.
Был сарала Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Баймаҡ, Белорет райондарынан өс тиҫтәгә яҡын уҡсы көс һынашты. Ир-егеттәр 70 метрҙан, ә ҡатын-ҡыҙҙар 55 метрҙан атты. Ел сығып, ямғыр һибәләп тороуы ла уҡсыларҙың кәйефен боҙманы, һәр береһе үҙенең һәләтен, оҫталығын күрһәтергә тырышты. Ярыш сәмле һәм көсөргәнешле уҙҙы.
Традицион уҡтан атыусылар араһында ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар, күптәр ғаиләләре менән килгән. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был спорт төрө организм өсөн файҙалы, ул күреү һәләтен яҡшырта, кәүҙәне тура тоторға өйрәтә.
Әйткәндәй, йылдан-йыл уҡсыларҙың кимәле лә күтәрелә. Был юлы ир-егеттәр араһында Баймаҡтан Ғәфүр Рахманғоловҡа етеүсе булманы. Бөрйәндән Салауат һәм Дим Юлбирҙиндар икенсе, өсөнсө урынды яуланы. Ә гүзәл заттар араһында еңеү Бөрйәндән Әлиә Ишморатова ла. Учалынан Нилә Исламова икенсе, Динә Вәлиева өсөнсө баҫҡыста.




