Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһының британия штаммы табылған

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак белдерҙе.

Статистика мәғлүмәттәренә килгәндә, һуңғы тәүлектә республикала короновирус инфекцияһы 92 кешелә асыҡланған, үлем осраҡтары теркәлмәгән. Пандемия башланғандан алып иһә Башҡортостанда мәкерле сирҙе 36 меңдән ашыу кеше йоҡторған. Радий Хәбиров белдереүенсә, ауырыуҙы туҡтатыуҙың берҙән-бер юлы – вакцинация.

Дөйөм алғанда прививкалар эшләтеү яҡшы бара, бигерәк тә Салауат, Учалы ҡалаларында күрһәткестәр юғары. Әммә халыҡ араһында аңлатыу эштәрен дауам итеү мотлаҡ, тине Республика етәксеһе. Бынан тыш вакцина яһау пункттарын арттырыу талап ителә, ошо маҡсатта төбәктәрҙәге фельдшер-акушерлыҡ пункттарының бер өлөшөн файҙаланырға мөмкин.

Оператив кәңәшмәлә Анна Казак белдереүенсә, Рәсәйҙә короновирусҡа бәйле тотороҡлоҡ һаҡлана, әммә тотош донъялағы эпидемиологик хәл хәүеф тыуҙыра. Һиндостанда мәкерле сирҙең өсөнсө тулҡыны көтөлә. Әле был дәүләттә 20 миллиондан ашыу кеше ковид менән ауырыған, көн һайын 4 мең үлем осрағы теркәлә.

6 майға Һиндостан менән Непал сирҙе йоҡтороусылар буйынса рекордлы һанға сыҡҡан. Башҡортостанда уҡыған Һиндостан студенттары араһында ла сирҙе күпләп йоҡтороусылар теркәлгән. Белгестәр әйтеүенсә, был хәл етди контролгә алынған, ауырыуҙар менән бәйләнештә булғандарҙы асыҡлау бара.

Дауаханаға һалынған 20 студенттың 11-е өйҙәренә ҡайтарылған, ҡалғандары дауалау курсы ала. Баш санитар табип Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһының британия штаммы табылыуын да белдерҙе.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһының британия штаммы табылған

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ