Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Рәсәй Президенты грантын отҡан

Уның күләме 75 миллион һумға яҡын. Аҡсалар конкурс нигеҙендә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам өсөн тәғәйенләнә. Федераль грант республика бюджетынан бүленгән финанстар менән бергә был ойошмаларҙың социаль әһәмиәткә эйә проекттарына ярҙамға йүнәлтеләсәк.

Шулай итеп, Башҡортостандағы гранттар конкурсының дөйөм бюджеты 165 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Конкурста ҡатнашыр өсөн ғаризалар май уртаһынан башлап ҡабул ителә башлар, тип күҙаллана. Гранттарға ғариза биргән 84 субъект араһында республика иң ҙур ярҙамға лайыҡ булған. Топ-3-кә шулай уҡ Мәскәү һәм Белгород өлкәләре лә ингән.

Фото №1 - Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Рәсәй Президенты грантын отҡан
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ