Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев менән осрашыуында ла һүҙ киләсәк маҡсаттар, эш йүнәлештәре тураһында барҙы.
Татарстан вәкилдәре билдәләүенсә, әле уларҙа төп иғтибар яҙғы баҫыу эштәренә, короновирустан вакцинация уҙғарыуға һәм 9 май парадын ойоштороуға йүнәлтелгән. Ҡыҙғанысҡа күрә, ветерандарҙың сафтары кәмей, әммә 76-сы Еңеү яҙын ҡаршылағандар ҙа бар, тине Вәсил Ғаяз улы.
Азат Бадранов әйтеүенсә, тап яу ҡаһармандары хаҡында һүҙ сыҡҡанда, уларҙың милләтен асыҡлау, милли проблема итеп ҡуйыртыу башлана. Геройҙарҙың милләте юҡ, улар тотош илдең ғорурлығы, тине Азат Шамил улы. Вәсил Шәйхрәзиев та электән яугирҙәрҙе милләтенә ҡарамай совет һалдаты, еңеүсе тип кенә атауҙарын билдәләне. Ике яҡ берлектәге тарихи-мәҙәни саралар уҙғарыу хаҡында ла килеште.
Что очень важно, что наши две республики объединяют, это люди. Много исторических личностей, как и периода ВОВ, так и во многих других отраслях, мы сегодня обсуждали людей которые вложились в культуру как Башкортостана, так и Татарстана, уроженцев наших республик, формировавших политическую элиту и у нас в Республике, и в Татарстане. То есть связующего действительно очень много, я считаю что такие встречи важны, нужны, необходимы.
Азат Бадранов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары
Татар менән башҡорт тигәндә , ул бер бөркөттөң ике ҡанаты, два крыла одной птицы. Поэтому мы будем все делать для того, чтобы отношения между Республиками Татарстан и Башкортостан крепчали. Мы все положительное взяли у двух наших республик, как положительное, как инициативное, так скажем даже совместно проводя очень большое количество мероприятий.
Вәсил Шәйхрәзиев, Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары