Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған автоуҙыш ойошторолдо

Башҡортостан профсоюздар Федерацияһы ағзалары дүрт сәғәт эсендә алтмыш саҡрым ара үтеп, ҡаланың иҫтәлекле урындарын урап сыҡты. Тәүге туҡталыш Еңеү паркында булды. Акцияла ҡатнашыусылар Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскә һалды.

Оло ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, яуҙа башын һалған совет һалдаттарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Артабан автоуҙыш маршруты Сипайлово, Дим һәм Затон биҫтәләрендә дауам итте, һәйкәл-обелисктар янында туҡталыштар яһалды. Сара сиктәрендә ҡала халҡына георгий таҫмалары ла таратылды.

Фото №1 - Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған автоуҙыш ойошторолдо

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ