Хәйбулла районында «Байыҡ» телевизион конкурсына һайлап алыу этабы үтте

Бәйге баттл форматында ойошторолдо.

Ауыл биләмәләренең һәүәҫкәр бейеү коллективтары өлгөлө һәм халыҡ исемдәрен йөрөткән ансамбль солистары менән көс һынашты. Жюри ағзалары балалар һәм өлкәндәр башҡарыуындағы барлығы 24 бейеүҙе баһаланы.

Сығыш яһаусылар араһында Йәнтеш һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары ағинәйҙәре лә булды. Улар тамашасыларҙы халыҡ йырҙарын башҡарып, мөнәжәт әйтеп тә һоҡландырҙы. 15 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар араһында Йондоҙсоҡ өлгөлө балалар бейеү ансамбле айырым иғтибарға лайыҡ. Коллектив йылдан-йыл яңыра, йәш көстәр менән тула.

Иң яҡшы сығыштар Йыл асышы, Башҡорт бейеүенә тоғролоҡ, Күркәм башҡарыу номинацияларында билдәләнде. Призлы урындарҙың күбеһен Хәйбулла өлгөлө балалар бейеү ансамбле алды. Коллектив артабан Өфөлә үтәсәк Байыҡ республика телевизион конкурсында ҡатнашасаҡ.

Фото №1 - Хәйбулла районында «Байыҡ» телевизион конкурсына һайлап алыу этабы үтте

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ