Республика район-ҡалаларында эттәр тамғалана

Учалы районы Сәфәр ауылында теркәлгән аяныслы хәлдән һуң республикала эттәр тамғалана.

Иглин районы Ветеринар станцияһында был эш икенсе аҙна дауам итә. Мал табиптары ауылдарға сығып йорт хайуандарын тамғалай. Махсус бирка эттең кемдеке икәнен асыҡларға ярҙам итәсәк.

Иглин ауылында йәшәүсе Зиннур Мостафин эттәрҙе утыҙ йылдан ашыу аҫырай. Ветеринарҙар уның көнсығыш-европа тоҡомло овчаркаһын тамғаланы. Өйөрө менән йөрөгәндә эттәр хәүеф тыуҙырыусан, ти ул.

Фото №1 - Республика район-ҡалаларында эттәр тамғалана
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ