Бында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы һәм хәҙерге заман хәрби техника өлгөләрен күрергә була. Бынан тыш, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы менән берлектә ойошторған “Һалдат бутҡаһы” акцияһы үтә. Телевидение алып барыусыһы Илгиз Таһиров һөйләй.
Ленин исемендәге майҙанда Еңеү көнөнә арналған саралар кискә тиклем дауам итә. Ул 23 сәғәттә байрам салюты менән тамамлана.






