Республика Башлығы журналистар менән аралашыу ваҡытында шул турала белдерҙе. Ҡала советы бинаһы алдында Октябрь проспекты буйлап тантаналы маршта 1 мең ярым хәрби, кадет, курстант, үҫмерҙәр армиясыһы, көс тармағы хеҙмәткәре ҡатнашты, шулай уҡ хәрби техника уҙҙы, һауала бәләкәй авиация самолеттары осоп үтте. Радий Хәбиров һуғыш балаларына бәйле законға айырым туҡталды.






