Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.
«Был һәйкәл - дуҫлыҡ, хәтер һәм хөрмәт символы булараҡ, күп милләтле республикабыҙҙың да символы. Скульптура композицияһында – туҙыҙ фигура. Алты өлкән кеше һәм өс бала фигураһы. Һәйкәл нигеҙендә – 1941 йыл, унда һалдаттарҙы фронтҡа оҙатыу сағылдырыла. Был шулай булды ла, бөтә халыҡ дошмандарға ҡаршы берләште. Алғы планда – башҡорт офицеры. Ул, бер тубығына баҫып, балаларын ҡосаҡлаған.
Эргәһендә уның атаһы тора. Һулда хәрбиҙәрҙең береһе татар ҡатыны менән хушлаша. Композицияла рус һалдаты ла бар – ул ҡыҙы менән поезд янына бара, тиҙҙән эшелонға, фронтҡа китәсәк. Һәр осраҡта ла ҡатын-ҡыҙ образы күрһәтелгән. Әсә, апа, ҡатын-ҡыҙ символы.
Был беҙҙең күп милләтле илебеҙ өсөн берҙәм булған Ватан символы, ғаилә символы, Бөйөк Еңеү өсөн халыҡ көсө символы», – тигән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Фронтҡа киткән яҡташтар» иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл-мемориал былтыр Өфө тимер юлы вокзалы эргәһендә асылды.
Илдар Байбулатов






