Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан Әүхәҙи Миңлеғолов 18 йәше тулып та өлгөрмәй, фронтҡа оҙатыла. Курск дуғаһы алышында ҡатнашып, ҡаты яралана. Ҡәһәрле һуғыш йылдары ваҡиғалары шаһиты менән БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.
«Миҙалдар ялтырап, балҡып торорға тейеш»,- ти Әүхәҙи Миңлеғолов. 76-сы Еңеү яҙын ҡаршылаусы ветеран Курск дуғаһы алышында ҡатнашыуын бөгөнгөләй хәтерләй. 1943 йылда Өфөлә хәрби әҙерлек үткән сержантты һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһенә ебәрәләр. Башта снайпер, һуңынан пулеметсы булараҡ фашистҡа ҡаршы сыға.
Курс дуғаһында дошманға ҡаршы һөжүм итеү операцияһы илле көн дауам итеп, 23 августа ғына тамамлана. Әүхәҙи Миңлеғолов Днепр янында ҡаты яраланыуын билдәләй, яланда ойошторолған госпиталгә оҙатыла. Һуңынан уға Ҡаҙағстандың Гурьев ҡалаһында туғыҙ ай дауалау курсы үтергә тура килгән.
Сәләмәтлеге нығынғас ҡына Башҡортостанға ҡайтарыла. Еңеү көнөн тыуған яғы - Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында ҡаршылай. Шул уҡ йылдың авгусында өйләнә, ҡатыны Гөлгәүһәр менән алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй. Дин юлында. Көнөнә биш тапҡыр намаҙын да уҡый.
97 йәшен тултырған ветеран һуғыш ҡалдырған яралар бөгөн дә уңалмауын билдәләй. Фронтта үткән йәшлек хәтирәләрен оноторлоҡ түгел. Бигерәк тә, яу яланында ятып ҡалған дуҫтарын һағына. «Үлемһеҙ полк» булып улар ҙа мәңгелеккә йөрәк түрендә ҡалған.
Гөлназ Хәйбуллина






