Урындағы халыҡ берҙәм көс менән изге ниәтте тормошҡа ашырып, һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған, фашистарҙы еңеп ҡайтҡан яҡташтарының исемдәрен мәңгелләштерә. Ауылдан фронтҡа 27 ир-егет оҙатылған була, уларҙың 13-ө яу яланында ятып ҡалған.
Тантаналы сара сиктәрендә төҙөлөштә әүҙемлек күрһәтеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ биләмәлә үҙешмәкәр коллективтар, мәктәп уҡыусылары Еңеү көнөнә арналған бай йөкмәткеле концерт ойошторҙо.
Ун биш йыл элек Үрәҙмәт ауылында ла обелиск асылған була. Ул ваҡытта аҡ мәрмәр таҡтаташта 79 яҡташ яугирҙың исеме уйып яҙыла. "Онотолмаҫ һуғыш йылдары" китабы авторы Клара Туҡаева ойошторған тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһендә Уразмәттән фронтҡа алынып, хәбәрһеҙ юғалған тағы ла 22 һалдат булыуы асыҡлана. Шуға күрә мемориаль комплексты киңәйтеү ҡарары ҡабул ителә.
Гөлназ Хәйбуллина






