Хәрби парад Луганск ҡалаһында ла үтте

Быйыл байрам сараларында Башҡортостан хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге вәкилдәре лә ҡатнашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Колонна башында легендар Т – 34 танкы. Бөйөк ватан һуғышы осорондағы техника һаман да сафта. Луганск халыҡ республикаһы һағында торған танктар үткәндә ер һелкенә.

Хәрби парад Луганск еренә ҡорал тотоп килеүселәргә иҫкәртеү булып та тора. Агрессияға яуап бирергә мөмкинлек бар. Халыҡтың, һалдат һәм офицерҙарҙың рухы ныҡ, кәйефе күтәренке.

Илебеҙ тарихындағы иң ҡанлы һуғыштың михнәттәрен Луганск халҡы үҙ иңендә тойған. Шуға ла Ватаныбыҙға азатлыҡ алып килгән яугирҙар иҫтәлеген улар ҡәҙерләп һаҡлай.

Парад ҡунаҡтары Башҡортостан вәкилдәре. Республикабыҙҙың хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге ағзалары 2015 йылдан бирле Луганск халҡына гуманитар ярҙам илтә.

Луганск ҡалаһында Еңеү байрамына арналған саралар йәмәғәтселек вәкилдәренең автосәфәре менән дауам итте.Улар сафында Башҡортостандың хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге лә колоннаға баҫты.

Фото №1 - Хәрби парад Луганск ҡалаһында ла үтте

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ