Улар хәрби марш менән яугир йәшәгән йорт ихатаһы буйлап үтте. Ҡаланың 20-се мәктәп базаһында ойошторолған генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге полкта 500-ләп уҡыусы шөғөлләнә. Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Бөйөк Еңеүҙең 76-сы яҙына арналған байрам Октябрьский ҡалаһының Еңеү паркынан башланды. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, һуғыш һәм тыл ҡаһармандары фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алып, һәйкәлдәргә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды.
Артабан байрам сараһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йәшәгән күп ҡатлы йорт ихаталарында дауам итте. Фронт йырҙары менән үрелеп барған концерт программаһы ҡаланың мәҙәниәт учреждениелары тарафынан әҙерләнде. Колледж студенттары маршы һуғыш һәм тыл ветераны Рәйсә һәм Фәғәт Исламовтар хөрмәтенә ойошторолдо.
Япон агрессорҙарына ҡаршылыҡ күрһәтеүҙә ҡатнашҡан Тимерхан Басиров та бөгөн Еңеү парадын үҙе йәшәгән йорт ихатаһында ҡабул итте. 95 йәштә булыуына ҡарамаҫтан ул бөгөн дә сафта. Хәрби марш менән генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Юнармия полкы тәрбиәләнеүселәре үтте. Ҡаланың 20-се мәктәп базаһында былтыр 4 махсус класс булдырылған. Бөгөн Октябрьскийҙан 500-ҙән ашыу уҡыусы юнармия хәрәкәтенә ҡушылған. Артабан, парадты хәрби техника дауам итте.
Бөйөк Еңеүҙең 76-сы яҙы Октябрьскиҙа юғары кимәлдә билдәләнә тип әйтергә кәрәк. Быға көн үҙе лә булышлыҡ итте. Ҡала халҡы кемдер ҡулдарына сәскәләр, икенселәр шар тотоп, ә өсөнсөләре олатай-өләсәйҙәренең фотоһүрәттәре менән Еңеү паркына ағылды. Тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк итеүселәргә ихтирам һәм рәхмәт йөҙөнән.
Азат Ғәлиуллин






