Батырҙар ҡаһарманлығын иҫкә алыусы меңәрләп кеше тантаналы сараларҙа ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Илебеҙ өсөн мөһим ваҡиға йылдан-йыл алыҫая бара, ләкин хәтер – мәңгелек. Өфөнөң Яҡутов паркында «Дуҫлыҡ аллеяһы» Еңеү көнөндә тағы ла киңәйҙе. Халыҡтар дуҫлығы йортоноң милли-мәҙәни ойошма вәкилдәре «Катюша» йырындағы кеүек алмағас һәм армыт үҫентеләрен ултыртты.
9 май уңайынан Яҡутов паркында «Беҙҙең интернациональ Еңеү» республика байрамы үтте. Сарала Башҡортостанды төйәк иткән халыҡтар йыр-бейеүҙәре аша ветерандарҙы сәләмләне. Яҡты киләсәгебеҙ, аяҙ күк, тыныслыҡ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен мәңгелек ут янында ойошторолған митингта ла еткерҙеләр.
Дим районы ла Еңеү көнөн ҡаршыларға ентекле әҙерләнгән. Биҫтәнең төп паркында көн дауамында тематик майҙансыҡтар эшләне. Ялан кухняһы, һуғыш йылдары картиналары күргәҙмәһе, шахмат турниры һәм хәрби йырҙар батырҙарға арналды. Ошонда уҡ теләүселәр 1941 йылғы ГТО нормаларын тапшыра алды. Шулай уҡ балалар өсмөйөш хаттар тарихына төшөндө.
Пандемияға тиклем иң күләмле «Үлемһеҙ полк» акцияһы миллионлаған кешене йыйып, колонналар сафы бер нисә километрға һуҙыла торғайы. Эпидемиологик шарттарға ярашлы быйыл да «Үлемһеҙ полк» онлайн рәүештә үтте. Шуға ҡарамаҫтан баш ҡала урамдарында фронтовик туғандарының фотоһүрәттәре менән йөрөүселәрҙе осратырға мөмкин ине. Онлайн акцияла ҡатнашыу өсөн 90 меңдән ашыу заявка килгән.
Республикала «Үлемһеҙ полк» онлайн-саф көндөҙгө сәғәт өстә башланғайны. Трансляция акцияның сайтында һәм социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә барҙы. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары БСТ каналында байрам телемарафонында ла күрһәтелде.
Әлфинә Килдейәрова






