Байрам сиктәрендә 30-40-сы йылдарҙа киң билдәле булған бейеүҙәр ҡуйылды. «Ассамблея» студияһы солистары күрһәтмә сығыштарҙан тыш, майҙанға йыйылған халыҡты вальс, тангоға саҡырҙы. Тамашасыларҙың күбеһе хәрби кейемдәрҙә килгәйне, биләмәлә еңеү рухы хакимлыҡ итте. Күләмле сара киске унынсы яртыға тиклем барҙы.
Биләмәлә «Ҡыҙыл армияның» эшсе-крәҫтиән һалдаттары униформаһы», «Еңеү ҡоралдары» тип исемләнгән интерактив майҙансыҡтар, хәрби техника күргәҙмәһе, фотозоналар эшләне.
Шулай уҡ фланкировка, йәғни күнекмәләр аша һалҡын ҡорал ҡулланыу мәҙәниәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. «Еңеү кисе» Өфөләге «Рейд» һәм «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубтары ағзалары тарафынан ойоштролдо.
Гөлназ Хәйбуллина






