Быйыл Өфөлә – Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһында ике майҙанда фейерверк атыла. Уларҙың береһе Мотор төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы алдында булһа, икенсеһе – Ленин исемендәге майҙанда. Һуңғыһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина эшләй. Гөлназ, баш ҡала үҙәгендә халыҡ күпме? Байрам атмосфераһы менән таныштырыуыңды көтәбеҙ. Һүҙ һиңә.
Хәйерле кис, студия. Салют атылыуға һанаулы ғына минуттар ҡалды. Тиҙҙән Өфө күге сағыу төҫтәргә күмелеп, меңдәрсә кешене хайран ҡалдырасаҡ. Был, әлбиттә, тыныс тормош һәм именлек билдәһе. Ә инде бөгөн сафта булған сал сәсле ветерандар өсөн ул үтә лә ҡәҙерле, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла салюттар атылған.
Уларҙың тәүгеһе Курск дуғаһындағы алыш барышында, Орел һәм Белгород ҡалаларын азат иткәндә була, 1943 йылдың 5 авгусында Мәскәү артиллерия салюты утына күмелә. Сталин ҡушыуы буйынса фашистарҙы еңгән һәр бер ҙур алыш һауаға ут атып билдәләнә. Дөйөм алғанда, һуғыш барышындағы уңышлы хәрби операцияларға арнап, Мәскәүҙә өс йөҙҙән ашыу салют атыла.
Улар хаҡында радио аша халыҡҡа Левитан хәбәр иткән. Ғөмүмән, салюттар совет һалдаттарында фашистарҙы тулыһынса еңеүгә оло ышаныс уятҡан, һөжүмде дауам итеүгә көс өҫтәгән. 1945 йылдың 9 майында Мәскәү күген ялмап алған салют - бөтә ил халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға була. Һуңынан салюттар бар ил буйынса изге йолаға әүерелә.
Бөгөнгө фейерверкҡа килгәндә, ул алты минут дауам итәсәк бейеклеге ике йөҙ метрға тиклем иҫәпләнгән. 850 залп бирелә. Күреүегеҙсә, ишетеүегеҙсә, салют башланды. Барығыҙҙы ла байрам менән! имен тормош ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр 2 июлдә ил президенты Рәсәйҙең 20 ҡалаһына, шул иҫәптән, Өфөгә, Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы - почетлы исем биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Башҡортостан халҡы фронтта ғына түгел, тылда ла ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Салюттарға килгәндә, былтыр коронавирус инфекцияһы таралып, санитар-эпидемиологик талаптар көсәйтелеүгә бәйле, улар Өфөнөң ете майҙансығында үткәйне, быйыл хәл бер аҙ тотороҡланды, салют атыуға ике майҙансыҡ ҡалдырыла.
Гөлназ Хәйбуллина






