Әле ул 3-4 класс менән баһалана. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә Учалы һәм Туймазы урмансылыҡтары биләмәһендә ут сыҡҡан. Янғын ваҡытында һүндерелгән. 15 апрелдән республикала 54 урман янғыны теркәлгән. Ваҡиғаларҙың яртыһында кеше ғәйепле булған. Әле Башҡортостанда Янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Халыҡҡа урманда усаҡ яғыу, ҡороған үләнде яндырыу тыйыла. Республикала аҙна аҙағынаса ҡоро һәм йылы көндәр дауам итә, тип хәбәр итә синоптиктар.






