Республика баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре дауам итә

Ярауайҙар әлеге ваҡытта дөйөм майҙандың 43 процентын биләй. Эш 863 мең гектарҙан ашыу майҙанда теүәлләнгән дә инде. Иген культуралары һәм ҡуҙаҡлылар 616 мең гектарҙа сәселгән.

Миәкә районы Илсеғол ауылы янындағы баҫыуҙарҙа ужым бойҙайы һыуыҡҡа бирешмәгән. Хәҙер был ужымдар нығынһын өсөн уңайлы һауа шарттары ғына кәрәк. Районда сәсеүлектәр 90 мең гектар майҙанды биләй. "Илсеғол" ауыл хужалығы етештереү кооперативында иһә ярауайҙар 650 гектарҙа сәселгән. Бойҙай 150, арпа 300, һоло 200 гектар майҙанды тәшкил итә.

Фото №1 - Республика баҫыуҙарында яҙғы баҫыу эштәре дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ