Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, «Тойота Авенсис»ҡа идара иткән 44 йәшлек водитель юл киҫелешен ҡыҙыл утҡа үтеп, «Лада Калина» менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә «Тойота» водителе менән уның 34 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре менән дауаханаға һалынған.
«Лада»ның 22 йәшлек водителе менән салонда ултырған 19 һәм 18 йәшлек егеттәр шулай уҡ дауаханаға килтерелгән. Осраҡ буйынса тикшереү башланған. Төбәк автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республика юлдарында 10 авария теркәлгән, уларҙа 18 кеше йәрәхәтләнгән. 55 водитель руль артында эскән килеш тотолған.




