Миловка паркында яңы мәктәп һалына

Ошо маҡсатта республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 867 миллион һум аҡса бүленгән. Әле дүрт ҡатлы бинаны биҙәкләү, янындағы участканы төҙөкләндереү эштәре бара. Төҙөлөш барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡараны.

Төҙөүселәргә ял да, байрам да юҡ. Әле мәктәптең өҫкө ҡаттарында уҡыу кабинеттары буяла. Музыка кабинетында парталар баҫҡыслы система буйынса урынлаштырыласаҡ. Ябай фәндәрҙән тыш, шахмат-шашка түңәрәге, тегеү оҫтаханаһы һәм башҡа кабинеттар ҡаралған, улар заманса йыһазландырыласаҡ. Әлегә эшселәр бинаның эсен штукатурлай, иҙән һала.

Стенаны һылау өсөн ҡатнашманы ул тиҙ генә бутап ала. Ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Нуриҙә Сибәғәтуллина маляр булып утыҙ йылдан ашыу эшләй. Ҙур объекттарҙа эшләүҙе үҙ итә.

Социаль объектта йөҙҙән ашыу төҙөүсе. Бер бригада биҙәкләү эштәрен башҡарһа, икенсеһе бинаны тыштан матурлай. Мәктәпкә нигеҙ 2019 йылда һалынған, төҙөлөш пандемия ваҡытында ла туҡтамаған.

500-гә яҡын урынлыҡ тамаша залы, 420 уҡыусыға иҫәпләнгән ашхана, ике спорт залы була. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн мәктәп яны участкаһында мини футбол, ике волейбол, ике баскетбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы, ял урыны буласаҡ.

Бындай проект буйынса яңы мәктәп Стәрлетамаҡта бар, шулай уҡ, Нефтекамала төҙөлә. Уҡытыу программаһы бер сменала ойоштороласаҡ. Миловка паркы, Йәштәр биҫтәһе һәм эргә-тирәләге ауылдарҙан балалар уҡыясаҡ.

Фото №1 - Миловка паркында яңы мәктәп һалына

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ