Ветерандар Ағиҙел буйлап сәйәхәткә сыҡты

Баш ҡаланың төрлө райондарынан йыйылған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары төҙөкләндерелгәндән һуң йәнә йөҙөүгә сығарылған «Чайка» теплоходында йөрөнө.

Ике сәғәткә яҡын барған сәйәхәттә фронтовиктар һәм тыл ветерандарының ялын ойоштороу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Ә бына күңел асыу программаһын ветерандар үҙәре ойошторҙо. Улар йыр башҡарыу , вальс бейеү һәм шиғыр һөйләү буйынса һәләттәрен күрһәтте. Тамашаны БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.

Яңыртылған яр буйынан төҙөкләндерелгән теплоходҡа. Ветерандар өсөн Ағиҙел буйлап сәйәхәткә сығыу Йыһанға осоу менән тиң. Сөнки йылғала күптән инде пароходтар күренгәне юҡ, ти улар. Ленинград блокадаһын кисергән Шакирә Бикбулатова хәҙер ун йылдан ашыу теплоходҡа ултырғаны юҡ. Элегерәк йылға буйлап сәйәхәткә йыш һәм бушлай сығаралар ине, тип хәтерләй ветерандар.

Шуға күрә Ағиҙел ярының һәр метры ветерандар өсөн яңылыҡ. Күҙҙәрҙә балаларса шатлыҡ, күңелдәрҙә байрам кәйефе. 99 йәшен тултырған фронтовик Кашшаф Сәмиғуллин Өфөнөң йылдан-йыл үҙгәреүен билдәләй. Тимәк, Бөйөк Ватан һуғышында килтерелгән ҡорбандар юҡҡа түгел. Аяҙ күк, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, ти ул.

Ветерандар үҙҙәре лә һоҡланғыс тамаша ойошторҙо. Уларҙың күптәренең йыр-моңға, шиғырҙар яҙырға әүәҫ булыуы асыҡланды. Һуғыш осоро йырҙарын иһә теплоходта ултырыусылар бергәләп башҡарҙы.

Теплоход сәғәт ярым ғына йөҙһә лә сәйәхәт тотош бер ғүмер кеүек тойолдо. Һәр хәлдә тәьҫораттар оҙаҡҡа етерлек тупланды. Ветерандар киләһе йыл да мотлаҡ йылға буйлап сәғәткә сығасағын белдерҙе.

Фото №1 - Ветерандар Ағиҙел буйлап сәйәхәткә сыҡты

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ