Радий Хәбиров Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

Фото №1 - Радий Хәбиров Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы шашка буйынса 7-се тапҡыр донъя чемпионын ҙур еңеү менән ҡотланы. Тамара Танһыҡҡужина Польшала үткән турнирҙа етенсегә чемпион исемен яуланы. Гроссмейстер Радий Хәбиров һәм республика халҡына рәхмәт белдерҙе, ярыштан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

         Ултырышта Радий Хәбиров Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Юрий Чертокка Республика Хөкүмәте Почет грамотаһын тапшырҙы. Спорт белгесе киләсәктә Башҡортостан кубогына халыҡ-ара шашка турниры үткәрергә тәҡдим итте.

Радий Хәбиров Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

         Радий Хәбиров Башҡортостан кубогына халыҡ-ара шашка турнирын үткәреү тәҡдимен хупланы һәм Хөкүмәттә тейешле указ әҙерләргә ҡушты.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ