Ошо көндәрҙә подрядсы ойошма һайлап алынды. Контрактҡа ярашлы, Мәндәғол, Әтек, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан һәм Ырғыҙлы ауылдарына “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелә. Газ торбалары таулы-урманлы биләмә һәм Ағиҙел йылғаһы аша һалыныуын иҫәпкә алып, эштәр бер йылдан күберәккә һуҙылыуы ихтимал.




