Европа чемпиондары Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов Өфөгә ҡайтты

Фото №1 - Европа чемпиондары Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов Өфөгә ҡайтты

Бадминтон буйынса турнир еңеүселәрен аэропортта ҡаршы алдылар. Украинала чемпионат барышында Башҡортостан спортсылары тарихи ҡаҙанышҡа эйә булды. Быға тиклем бадминтон буйынса Европа чемпионатында Рәсәй спортсылары еңеүгә өлгәшкәне юҡ ине. Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов ҡатнаш ярышта алтын миҙал яуланы.

Европа чемпиондары Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов Өфөгә ҡайтты

9 майҙа, Еңеү көнөндә, Алина Дәүләтова һәм Родион Әлимов Татарстанда бадминтон буйынса Рәсәй Кубогында ҡатнашты. Унда ла яҡташтарыбыҙ еңеү яуланы. Әле спортсылар Сингапурҙа үтәсәк халыҡ-ара турнирға әҙерләнә. Унда Йәйге Олимпиадаға путевка уйнайтыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ