Йорт алдарын тәртипкә килтереү өсөн 800 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Уның бер өлөшөн халыҡ йыйған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, ихталарҙа тротуарҙар яңыртыла, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, шулай уҡ видеокамералар урынлаштырыла.
Төҙөкләндерелгән тәүге ихатаны июлдә файҙаланыуға тапшырыу ҡарала. Программаны 1 сентябргә тиклем тулыһынса тамамлау планлаштырыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ремонт барышын контролдә тота. Етешһеҙлектәрҙе асыҡлау маҡсатында тикшереүҙәр уҙғарыла, тине Ирина Голованова.




