Республикала иртә культуралар сәсеүҙе 25 майға тамамлау планлаштырыла

Фото №1 - Республикала иртә культуралар сәсеүҙе 25 майға тамамлау планлаштырыла

Был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Баҫыуҙарҙың 43 процентында сәсеү теүәлләнгән. Аяҙ көндәр эштәрҙе йылдам алып барырға булышлыҡ итә.

Республикала иртә культуралар сәсеүҙе 25 майға тамамлау планлаштырыла

Көйөргәҙе районында ла эштәр йылдам бара. Быйыл яҙғы культуралар 62 меңдән ашыу гектарҙа сәселә, әлегә 33 меңендә теүәлләнгән. “Искра” хужалығы агрономы Рәүеф Абдуллин һөйләй.

Республикала иртә культуралар сәсеүҙе 25 майға тамамлау планлаштырыла

Башҡортостан хужалыҡтары быйыл яҙ 2 миллион ярым гектарҙан ашыу майҙанды сәсергә иҫәп тота.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ