Радий Хәбиров Ҡазанда һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Фото №1 - Радий Хәбиров Ҡазанда һәләк булғандарҙың туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Бөгөн Татарстан  баш ҡалаһының 175-се мәктәбендә атыш һәм шартлау булған. Радий Хәбиров Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты. Республика Башлығы Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменә ҡайғы уртаҡлашыу хаты ебәрҙе. Радий Хәбиров ваҡиғала зыян күргәндәргә Башҡортостан шифаханаларында түләүһеҙ реабилитация үтергә тәҡдим итте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса,  мәктәптәге атышта 8 кеше һәләк булған, 32-һе зыян күргән. Атышты ойошторған 19 йәшлек егет ҡулға алынған. Иртәгә Татарстанда матәм көнө иғлан ителгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ