Баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә шул турала белдерҙе. Урамдың бер нисә арауығында төҙөкләндереү алып барыла. Йыл аҙағынаса Аксаков урамынан Минһажев урамына тиклемге өлөшө тулыһынса тәртипкә килтерелә. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Өфөлә быйыл 9 урам ремонтлана.






