Бөгөнгә медицина учреждениеларына 800-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Был уҙған йылдың ошо осоронда теркәлгәндән байтаҡҡа күберәк. Бөжәктәрҙә зарарлы ауырыуҙар асыҡланыу тураһында хәбәр ителмәй. Өфөнән табип Эмма Әхмәҙуллина кәңәштәре.
Әле республикала 931 гектар майҙан зарарлы бөжәктәрҙән эшкәртелгән. Былтыр 14 кешелә талпан энцефалиты табылған.






