Өфө халҡы Ҡазандағы фажиғәғә битараф ҡалманы

Фото №1 - Өфө халҡы Ҡазандағы фажиғәғә битараф ҡалманы

Граждандар һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлаша, баш ҡалабыҙҙың Татарстан вәкиллеге янындағы майҙанға сәскәләр һала, йомшаҡ уйынсыҡтар алып килә, шәмдәлдәр ҡабыҙа. Ҡазандың 175-се гимназияһында бөгөн 19 йәшлек үҫмер автоматик ҡоралдан ут аса. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, 7 уҡыусы, 1 педагог һәм учреждениеның 1 хеҙмәткәре һәләк була. 21-е ауыр һәм уртаса хәлдә дауаханала ҡала. Улар 7 йәштән 15 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм уҡытыусылар.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ