Радий Хәбиров Татарстан халҡына ҡайғы уртаҡлашыу хаты ебәрҙе

Радий Хәбиров Ҡазандың 175-се гимназияһында бер ғәйепһеҙ кеше ғүмерҙәре өҙөлөүгә бәйле, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменә ҡайғы уртаҡлашыу хаты ебәрҙе.

Башҡортостан Башлығы төбәктең барлыҡ мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм беҙҙең республиканың зыян күреүселәргә һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе. Татарстан етәксеһе ҡарары менән 12 май күрше республикала Матәм көнө тип иғлан ителгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн белем усағында теркәлгән теракт ғәмәлендә 8 кеше һәләк булды, уларҙың күбеһе балалар. 21 кеше, шул иҫәптән 18 уҡыусы дауаханала, алты бала ауыр хәлдә реанимацияла ҡала. Ҡазан мәктәптәрендә төштән һуң икенсе сменалағы дәрестәр кисектерелгән.

Фото №1 - Радий Хәбиров Татарстан халҡына ҡайғы уртаҡлашыу хаты ебәрҙе
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ