Балаларҙың байрам каникулы оҙайтылыуы ихтимал

Мәктәп уҡыусыларына өҫтәмә ял көндәре биреү мәсьәләһе республика башлығы уҙғарған оператив кәңәшмәлә күтәрелде. Был тәҡдимде Андрей Назаров индерҙе. Хөкүмәт Премьер-министры әйтеүенсә, 13 май мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй һәм байрам көнө тип иғлан ителгән.

Уҡыусылар аҙнаның ҡалған ике көнөн мәктәпкә барып тормаһа ла булалыр, тине Андрей Назаров. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы балаларҙың былай ҙа уҡыу программаһынан артта ҡалыуын билдәләй. Шулай ҙа тәҡдимде төрлө яҡлап үлсәргә килешелде. Аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ҡаралған башҡа мәсьәләләр тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Айнур Кәбиров репортажы.

«Халыҡтар дуҫлығы ордены» кавалеры тағы берәүгә артты. Башҡортостан башлығы был юғары награда менән шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы титулын йөрөткән Тамара Танһыҡҡужинаны бүләкләне. Радий Хәбиров әйтеүенсә, спортҡа сәйәси буяуҙар өҫтәп уйынсыларға баҫым яһалған шарттарҙа еңеү яулау ҙур батырлыҡ.

Уның тренеры Юрий Черток Башҡортостандың Почет грамотаһы менән билдәләнде. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры әйтеүенсә, Варшавалағы еңеү республикала спортҡа булған иғтибар һөҙөмтәһе. Был уңышты тағы ла нығытыу өсөн төбәктә халыҡ-ара ярыштар уҙғарыу, шашкасылар мәктәбе асыу ҙа яҡшы булыр, тине Юрий Черток. Радий Хәбиров был тәҡдимде хуплап шунда уҡ яуаплы ведомстволарға бурыстар ҙа йөкмәтте.

Бурыстар йәшәйештең башҡа тармаҡтарына ла өҫтәлде. Агросәнәғәт комплексына ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу талап ителә. Һуңғы йылда яңы техника һатып алыусы хужалыҡтар бермә-бер артҡан. Быға сығымдарҙы субсидиялау, дәүләт ташламалары ла булышлыҡ итә. Радий Хәбиров ауыл эшсәндәренә вәғәҙә ителгән ташламаларҙың мотлаҡ ҡапланыласағын белдерҙе.

Ә бына торлаҡ коммуналь хужалығында киреһенсә күренеш. Ихаталарҙы төҙөкләндерергә федераль аҡсалар бүленә, ә уны үҙләштереү һүлпән бара. Радий Хәбиров эштәрҙе йәнләндерергә ҡушты. Сөнки тап әлеге һөҙөмтәләрҙән киләһе башҡарыласаҡ эштәргә нигеҙ һалына. Әгәр аҡсалар үҙләштерелмәһә, сиратта торған райондар финанстарҙы ала алмауы ла ихтимал.

Юл хужалығында хәл башҡасараҡ. Аҡса хисап талап итә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан юлдар селтәре оҙонлоғо буйынса илдә икенсе урында. Шуға ҡарамаҫтан, юл йөрөү мәшәҡәттәре иң киҫкене булып ҡала.

Радий Хәбиров балаларҙың ялын ойоштороуҙы ла лайыҡлы кимәлдә ойошторорға ҡушты. Быйыл был өлкәгә лә дәүләттән ҙур ярҙам күрһәтелә. Ата-әсәләр йәйге лагерға киткән сығымдарҙың шаҡтай ҙур өлөшөн кире ҡайтара ала. Республика етәксеһе ата-әсәләргә федераль кешбектар системаһын әүҙемерәк файҙаланырға тәҡдим итте. Ул сағында был маҡсатҡа бүленгән республика аҡсаларын ял итеү үҙәктәренең матди техник базаһын нығытыуға йүнәлтеү мөмкин буласаҡ.

Фото №1 - Балаларҙың байрам каникулы оҙайтылыуы ихтимал

Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ