Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы 2021 йылда сафҡа инәсәк юлдар тураһында һөйләне. Сергей Греков әйтеүенсә, быйыл 46 километр юл япмаһы нормаға яраҡлаштырыла.
Төҙөүселәр буласаҡ тротуарҙарға нигеҙ һала. Юл пирогының иң аҫҡы ҡаты әҙер ҙә инде. Эш алымдары еңелдән түгел. Юл төҙөлөшөндә заманса технологиялар файҙаланыла.
Һөҙөмтәлә 20 сантиметр ҡалынлыҡтағы бетон нигеҙ әҙер. Артабан ике ҡатлам асфальт ҡатнашмаһы ғына һалырға ҡала. Ошондай уҡ эштәр баш ҡаланың Дим районында ла алып барыла. Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар милли проектына ярашлы, Ухтомский урамында ике саҡрымға яҡын юл яңыртыла.
Юлдар быйыл апрелдә төҙөкләндерелә башланы. Төҙөлөш миҙгеле тамамланғансы баш ҡалала 46 километр юл ремонтланасаҡ. Һуңынан инде юл һыҙаттары билдәләнә.




